

Баш ҡалалағы Өфө шоссеһындағы авариялы йортта йәшәгәндәргә яңы фатир асҡыстары бирелде. Комсомол урамындағы 106/3-сө йорттағы яңы фатирҙарҙың асҡысын 72 ғаилә алды.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, баш ҡалала йәшәгәндәрҙең яңы торлаҡҡа күсеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыуҙы тотороҡло тәьмин итеү” федераль проекты һәм 2019 – 2023 йылдарға Граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программа ярҙамында мөмкин булды.
Өфөләрҙе ошондай шатлыҡлы ваҡиға менән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов ҡотланы. “Бында йәшәүселәр менән бергә ҡараған фатирҙар сифаты һоҡланыу уята”, - тине ул. Артем Ковшов республика фондтарының социаль торлаҡ төҙөй алыуын көтөп тормай, коммерцияға ҡараған төҙөүселәр менән эшләй алған муниципалитетҡа рәхмәт белдерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарған Артур Ғафаров, яңы торлаҡҡа эйә булғандарҙы ҡотлап, уларҙың ҡәнәғәт ҡаласағы хаҡында белдерҙе, сөнки был районда ҡаланың төп транспорт юлдары урынлашҡан, яҡшы үҫешкән инфраструктура, магазиндар, сауҙа үҙәктәре һәм йәмәғәтселек киңлектәре бар. Дөйөм алғанда, яҡшы, бәхетле тормош өсөн барыһы ла барлыҡҡа килгән.
Яңы фатирҙарға күскәндәр үҙ сиратында республика һәм ҡала етәкселегенә үҙҙәренең проблемаларына тәьҫир иткәндәренә, авариялы торлаҡтан күсереү буйынса программаға ваҡытынан алда индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әлфиә Каракулина был мөһим ваҡиғаны оҙаҡ көтөүҙәре хаҡында белдерҙе. Ул шулай уҡ үҙҙәре тыуған Октябрь районында, бик шәп майҙансыҡта ҡалдырғандары өсөн айырыуса рәхмәт әйтте. “Өй бик матур. Төҙөлөш барышын онлайн режимда күҙәтеп барҙыҡ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡатын.
Торлаҡта йәшәүселәр һәм сара ҡунаҡтары, яңы туғыҙ ҡатлы йорттағы фатирҙарҙы ҡарап, уларҙың майҙаны буйынса элеккеләренән бәләкәй булмауына ҡыуанды.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала 35 мең квадрат метрҙан ашыу авариялы торлаҡтан күсерелгән 2917 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Быйыл 40 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы авариялы торлаҡ фондынан 2797 кешене күсереү планлаштырыла.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов Башҡортостандың ҙур төҙөлөш ҡеүәтенә эйә булыуы, шуға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү программаһы буйынса сараларҙы ваҡытынан алда, 2023 йылға тиклем, тормошҡа ашырырға уйлауҙары хаҡында белдерҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын реформалауға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Республикаһында авариялы торлаҡтан граждандарҙы ваҡытынан алда күсереүҙе тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән һәм ошо маҡсатта 2021-2022 йылдарға 951,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүленгән.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.