Милли проекттар
10 Февраль 2022, 12:30

Тиҙҙән ғафуриҙар бағыр менән генә туҡланыр

Әле өс быуала яҡынса 100-әр грамлыҡ ете меңдән ашыу бағыр селбәрәһе үрсей. 

Тиҙҙән ғафуриҙар бағыр менән генә туҡланырТиҙҙән ғафуриҙар бағыр менән генә туҡланыр
Тиҙҙән ғафуриҙар бағыр менән генә туҡланыр

2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә уҙғарылған хакимиәт башлығының “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу эшҡыуар Рафаэль Иғбирҙинға бағыр үрсетеү буйынса проектты тормошҡа ашыра башлауға ныҡлы этәргес бирә.

Ғафури район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ер участкаһы бүлеүҙә ярҙам күрһәтелгәндән һуң, Рафаэль, Мәндем ауылы тәбиғәтенең киң мөмкинлектәрен баһалап, бер нисә ай эсендә һайланған биләмәлә биш метр тәрәнлектә ике ҙур быуа булдыра, һыу үткәреү, ағыҙыу һәм таҙартыу өсөн инженерлыҡ ҡоролмаларын сафҡа индерә, шарлауыҡлы һәм кескәй генә утраулы яһалма күл яһай.

– Әле өс быуала яҡынса 100-әр грамлыҡ ете меңдән ашыу бағыр селбәрәһе үрсей. Йыл аҙағына 10 тонна самаһы ҙур балыҡ үҫтереү ниәте бар. Тиҙҙән ғафуриҙарҙы файҙалы һәм бик тәмле балыҡ менән тәьмин итербеҙ, тип ышанам, – ти эшҡыуар.

Бизнестың был төрө байтаҡ сығым талап итә – бағыр балығын өс килограмға тиклем үҫтереү өсөн өс йыл буйы тырышып эшләргә кәрәк. Яһалма быуа яһауҙан тыш, ҡорамалдар, селбәрә һатып алыуға ла аҡса кәрәк. Балыҡ өсөн туҡлыҡлы аҙыҡҡа ла байтаҡ аҡса талап ителә.

Йүнселдең киләсәккә планы ҙур. Селбәрә үрсетеү буйынса инкубация цехы төҙөүҙән тыш, Рафаэль туристик өлкәне үҫтереүгә лә аҡса йүнәлтмәксе. Ул туристарҙың яҡшы ялын ойошторорға, улар өсөн өйҙәр һалырға, түләүле балыҡ тотоу урындары булдырырға ниәтләй.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/218234

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас