

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының “Толпар” күсмә стоматология комплексы табиптары бригадаһы баш ҡаланың Дим районындағы Республика һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең медицина-социаль реабилитация һәм психологик-педагогик ярҙам бүлегендә булды.
Сара Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте, “Әсә йөрәге” әсәләр советы менән берлектә, Өфө ҡалаһының Дим районындағы балалар клиник дауаханаһы теш табиптары ҡатнашлығында ойошторолдо. Табиптар үҙәктә реабилитация үткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙың тешен тикшерҙе, дауаланы. Стоматологтар “Мадам кариес” тип аталған театрлаштырылған сәләмәтлек дәресен үткәрҙе. Баш ҡаланың Дим районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Әминева табиптар ярҙамында теш таҙартыуға арналған оҫталыҡ дәресен уҙғарҙы. Ата-әсәләр стоматологтарға ауыҙ гигиенаһы саралары буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға стоматологик ярҙам күрһәтеү йәһәтенән кәңәшләште. Осрашыуҙа шулай уҡ Дим районы мәктәптәрендә стоматология кабинеттарының эше, балаларға стоматологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/429384/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)