

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект «Производительность труда») сараларын тормошҡа ашырыу арҡаһында Башҡортостан предприятиеларында иҡтисади һөҙөмтәлелек 1 миллиард һумға артҡан.
“Бындай күрһәткестәргә төбәктең эксперт ярҙамы арҡаһында ғына өлгәшеп булды”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ете пилот төбәктәре иҫәбендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам” милли проекты сараларын 2017 йылдың аҙағында тормошҡа ашыра башлағайны. Һуңынан милли проект “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” тип үҙгәртелде. Предприятиелар производительность.рф. сайтына заявка биреп, проектта ҡатнаша ала.
Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, 2021 йылда республика хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу планы күрһәткестәрен 40 процентҡа арттырып үтәгән. Уға 127 предприятие ингән (план буйынса – 90 ҡатнашыусы). 2,1 меңдән ашыу белгес һаҡсыл етештереү нигеҙен өйрәнгән. Республика предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге уртаса 23 процентҡа артҡан. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге ярҙамында предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү алымдары уңышлы ҡулланыла.
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һаҡсыл етештереү принциптарын индереү һөҙөмтәһендә “янда ҡалған” аҡсаны компаниялар технологик яңыртыуға, үҫешкә тотона. Өҫтәмә рәүештә уларға республика ҡаҙнаһынан етештереүҙе модернизациялауға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирелә. 2021 йылда бындай ярҙамды 12 предприятие алған, 20 миллион аҡса бүленгән. Был аҡса уларға 73 миллион һумлыҡ яңы ҡоролмалар һатып алырға мөмкинлек биргән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
Фото: ufa.bezformata.com