

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров рәйеслегендә “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса видео-конференц бәйләнеш аша кәңәшмә уҙғарылды. Шулай уҡ унда Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов ҡатнашты.
– “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проект ярҙамында республикала урман янғыны һәм урман хужалығы техникаһын яңыртыу дауам итә. 2019–2021 йылдарҙа бөтәһе 285,5 миллион һумға торошло 102 берәмек техника һәм янғынға ҡаршы, урман хужалығы эштәре өсөн 487 ҡорамал, инвентар алынды. 2021 йылда күрһәтелгән проекттар сиктәрендә техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн республикаға 93,3 миллион һум аҡса бүленде. Уға 34 берәмек урман хужалығы һәм урман янғыны техникаһы, 52 ҡорамал һәм 54 инвентарь һатып алып, республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениеларға тапшырылды. 2021 йылда төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға йыйылма бюджетта ҡаралған дөйөм аҡса күләме 162,3 миллион һум тәшкил итте, 2022 йылға 127,2 миллион һум бүленде, – тип билдәләне Венер Вәхитов.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы 2019 йылдан “Экология” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп маҡсаты – 2024 йылға тиклем ҡырҡылған ағастар менән ултыртылған ағастар һаны 100 процент тиңлектә булырға тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителеп, ғәмәлгә ашырыла.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан