Милли проекттар
11 Февраль 2022, 09:30

Кадрҙар тәьминәтенә иғтибар ҙур

Былтыр 13 йәш табип эшкә алынған.

Кадрҙар тәьминәтенә иғтибар ҙурКадрҙар тәьминәтенә иғтибар ҙур
Кадрҙар тәьминәтенә иғтибар ҙур

Дүртөйлө районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, үҙәк район дауаханаһына, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә былтыр 13 табип эшкә алынған. Улар – дүрт терапевт, өс педиатр, ике кардиолог, бер акушер-гинеколог, эндокринолог, балалар теш табибы, клиника-диагностика лабораторияһы табибы.

Көн һайын медицина хеҙмәткәрҙәре төрлө сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә ярҙам күрһәтә. Коронавирус пандемияһы осоронда был бигерәк тә мөһим.

“Районға кадрҙар йәлеп итеү өсөн йыл һайын республика медицина колледжын һәм Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына эшләргә килгән йәш белгестәр өсөн өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Мәҫәлән, беҙҙең медицина учреждениеһы “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларында әүҙем ҡатнаша, йәштәргә дәртләндереү аҡсаһы түләнә. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына тәү сиратта урынлаштырыла”, – тине Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының кадарҙар бүлеге начальнигы Зөлфиә Сәфәрова.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: kugvesti.ru

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас