Милли проекттар
12 Февраль 2022, 11:30

Аҡсаны бирә башланылар

Тәғәйен сумманы алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм бының өсөн ниндәй документтар кәрәк? Түбәндәге яҙмала – ошо хаҡта.

Аҡсаны бирә башланыларАҡсаны бирә башланылар
Аҡсаны бирә башланылар

Ағымдағы йылдың 7 февраленән Өфө ҡалаһындағы Злотоуст урамындағы күп фатирлы, түҙөүсеһе “СК Амрита” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булған  20-се йорттан,   2-се төҙөлөштән фатир һатып алған граждандар ғариза менән компенсация түләүҙәрен алыу хоҡуғына эйә.  

Был түләүҙәргә федераль фонд 800 миллиондан ашыу һум йүнәлтәсәк. Уларҙың 90-дан ашыу миллион һумын төбәк финанслаясаҡ.

Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың иҫәбенә аҡса күскәс, уларҙың хоҡуғы тергеҙеләсәк. Бөгөн Рәәсй төбәктәре буйынса барлығы 28,2 мең ошондай өлөшсөнөң хоҡуғы яҡланған. Улар 60,5 миллиард һум аҡса алған. Башҡортостанда 1748 граждан дөйөм суммаһы 3,3 миллиард һум булған аҡсаны алған.

Компенсация түләүҙәрен алыу өсөн граждандарҙы алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәләр. Ғаризаны биреү өсөн уңайлы ваҡытҡа яҙылыу өсөн фондтың рәсми сайтында (фонд214.рф)  йәки   8-800 7007-214 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Түләүҙәрҙе граждандар документтарҙы тапшырғандан һәм улар ҡаралғандан һуң, 10 эш көнө эсендә ала.

Әйткәндәй, компенсацияны иҫәпләгәндә өлөшсө килешеү буйынса индергән аҡса ла индерелә. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе.

Фото: surzhyk.info

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас