

Республикала Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән планлаштырылған “Демография” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә.
Проект сиктәрендә Башҡортостанда 2022 йылда 240 урынлыҡ ике балалар баҡсаһын төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Был учреждениелар ҙур булмаясаҡ: 50 һәм 190 урынлыҡ, әммә уларҙың асылыуын урындарҙа бик көтәләр. Бигерәк тә, эшләүсе ата-әсәйҙәр.
Унан тыш, күптән түгел Нефтекама ҡалаһында 260 урынлыҡ өр-яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Унда бәләкәстәрҙең шат тауыштары яңғырап тора: яңы, яҡты баҡсаны улар күптән көтә ине.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mintrud.bashkortostan.ru