Милли проекттар
12 Февраль 2022, 10:15

Белгестәр фекер алышты

Күптән түгел баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһында масштаблы семинар ойошторолған. “Инсультҡа дусар булғандарға госпиталгә тиклемге этапта ярҙам күрһәтеү стратегияһы.  LAMS шкалаһын билдәләү”  тип аталған сара тиҙҙән асыласаҡ Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең анонсы булараҡ үткән.

Белгестәр фекер алыштыБелгестәр фекер алышты
Белгестәр фекер алышты

Күптән түгел баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһында масштаблы семинар ойошторолған. “ Инсультҡа дусар булғандарға госпиталгә тиклемге этапта ярҙам күрһәтеү стратегияһы.  LAMS шкалаһын билдәләү”  тип аталған сара тиҙҙән асыласаҡ Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең анонсы булараҡ үткән.

Видеоконференция  режимындағы сарала Октябрьский медицина округы белгестәре – йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

15 февралдә иһә семинар  Белорет һәм  Сибай  медицина округтары өсөн ойоштороласаҡ.

Һис шикһеҙ, Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең даирәһе киң буласаҡ. Был ҙур маҡсат тормошҡа ашырыла ҡалһа, инсультҡа ҡаршы көрәштә бөтөнләй икенсе, юғарыраҡ кимләгә сығасаҡбыҙ, ти белгестәр.

Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа  йөрәк-ҡан тамырыҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты  Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса  медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһыла инсульт һәм инфаркттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: www.бсмп-уфа.рф

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас