Милли проекттар
12 Февраль 2022, 06:30

Яңы ҡорамал – яңы мөмкинлектәр

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районының үҙәк дауаханаһында My Lab X7  яңы ультратауыш диагностикаһы  аппаратын ҡайтарғандар.

Яңы ҡорамал – яңы мөмкинлектәрЯңы ҡорамал – яңы мөмкинлектәр
Яңы ҡорамал – яңы мөмкинлектәр

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә  медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү эше әүҙем бара.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Дүртөйлө районының үҙәк дауаханаһында My Lab X7  яңы ультратауыш диагностикаһы  аппаратын ҡайтарғандар.

УЗИ аппараты  -  аныҡ УЗИ һүрәте алырға ярҙам иткән ҡорамал, уның бихисап махсус функциялары бар. Быларҙың барыһы ла пациентҡа теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә.

 -  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алған был аппарат беҙгә пацитенттарҙы тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартырға, сирҙәрҙе алдан, тәүге стадияһында асыҡларға ярҙам итә. Һис шикһеҙ, был халыҡты  хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртасаҡ, - ти дауахананың ультратауыш диагностикаһы бүлеге мөдире Азат Ҡорбанов.

Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас