Милли проекттар
13 Февраль 2022, 10:30

Минск ҡалаһына машина эшләүселәр йыйыласаҡ

Унда машиналар эшләү һәм металл ҡырҡыу һәм абразив ҡоралдар етештереү өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар ҡуйыласаҡ

Минск ҡалаһына машина эшләүселәр йыйыласаҡМинск ҡалаһына машина эшләүселәр йыйыласаҡ
Минск ҡалаһына машина эшләүселәр йыйыласаҡ

5 – 8 апрелдә Минск ҡалаһында (Еңеүселәр проспекты, 20/2, Футбол манежы) “Машиналар эшләү-2022” VIII халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә уҙасаҡ.

Унда машиналар эшләү һәм металл ҡырҡыу һәм абразив ҡоралдар етештереү өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар ҡуйыласаҡ:

– сәнәғәт етештереү комплексы базаһында һанлы программалы идаралы автоматлаштырылған линиялар һәм металл эшкәртеүсе станоктар;

–  һанлы программалы идаралы модулле һәм моноблоклы ҡорамалдар;

– һанлы программалы идаралы станоктарҙы программа менән тәьмин итеү, деталдәрҙе һәм пресс-формаларҙы 3D проектлау, деталдәрҙе үлсәү һәм күсермәһен күсереү;

– электрэрозиялы, таҫмалы ҡырҡыусы, тештәрҙе эшкәртеүсе, токарь, быраулау, фрезалы, ватҡыс, шымартыу һәм һуҙыусы станоктар;

– станоктар компоненттары, гидро- һәм пневмоаппаратура, сервокүсергестәр;

– абразив һәм ҡырҡыусы ҡоралдар, шул иҫәптән алмазлы һәм кубик нитрид боры нигеҙендә, ҡоралдар йыһазы.

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге күргәҙмәлә ҡатнашыуға бәйле барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай: ҡуртым, урынлаштырыу, теркәү иғәнәләрен, коллектив стенд өсөн башҡа сығымдарҙы. Компаниялар юл, йәшәү һәм шәхси сығымдарын ғына үҙҙәре ҡаплай.

Ҡатнашыуға ғаризаны “Күргәҙмә ғариза” билдәһе менән электрон почтаға – zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru ебәрергә кәрәк. Белгестәр яуап итеп тултырыу өсөн форма ебәрәсәк. Хатҡа өҫтәп тултырылған анкета, ғариза, бурыс булмау тураһына белешмә, ЕГРЮЛ күсермәһен һалырға кәрәк.

Документтарҙың төп нөсхәһен Үҙәк офисына (450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 300-сө офис, 7-се кабинет) ебәрергә кәрәк. Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин: +7 347 246 84 88, +7 917 446 78 57.

“Машиналар эшләү” халыҡ-ара күргәҙмәһе “Минэкспо” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан 1993 йылдан уҙғарыла. Был сарала ҡатнашыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас