

Иглин районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглин ауылындағы филиалында “Иретеп йәбештереү технологиялары” тигән йүнәлеш буйынса яңы оҫтахана асылды. Ул WorldSkills халыҡ-ара стандарты талаптарына ярашлы ойошторолдо һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Эшсе һөнәрҙәренең абруйы” федераль проекты ярҙамы менән уҙғарылған IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатының һөҙөмтәһе булып тора.
Оҫтаханалағы ҡорамалдар Башҡортостанда эшсе кадрҙарҙың профессиональ әҙерлек һәм оҫталыҡ кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
– Оҫтахананы демонстрация имтиханы үткәргәндә, шулай уҡ һөнәри йүнәлешле сараларҙы тормошҡа ашырғанда, өҫтәмә белем биреү программалары буйынса уҡытҡанда файҙаланырға була. Ошо өлкәләге профессионалдарға ихтыяж артҡандан-арта, сөнки иретеп йәбештереүсе һөнәре байтаҡ производстволарҙа талап ителә, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Оҫтаханала колледж студенттары заманса производствола кәрәкле эш күнекмәләрен үҙләштерәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/219513
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)