Милли проекттар
15 Февраля 2022, 10:30

Белгестәр яңы ҡорамал килеүгә бик шат

Яңы аппараттың нурланыш дозаһы бик түбән, был пациент өсөн яҡшы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белгестәр яңы ҡорамал килеүгә бик шатБелгестәр яңы ҡорамал килеүгә бик шат
Белгестәр яңы ҡорамал килеүгә бик шат

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу” программаһы нигеҙендә Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһында СУР-Ф рентгенография комплексы ҡуйылды.

Был универсаль рентген системаһы пациентты баҫып торған йәки ултырған килеш монитор аша тикшереү, һөҙөмтәләрҙе электрон йәки пленкаға төшөрөп алыу, уларҙы архивта һаҡлау мөмкинлеге биргән һанлы йәки аналоглы рентгенографияны тәшкил итә.

– Заманса рентгенография комплексы күкрәк ситлеге ағзаларын клиник тикшереү мөмкинлеген киңәйтә. Яңы аппараттың нурланыш дозаһы бик түбән, был пациент өсөн яҡшы. Белгестәр яңы ҡорамал килеүгә бик шат, – тине 8-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Алексей Меньшиков.

Комплекс файҙаланыуға тапшырылған да инде. Уның ярҙамында граждандар диспансеризация, медицина тикшереүҙәре барышында флюорография үтә. Әлеге тест режимында 358 кеше яңы аппаратта ҡаралған.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/430496/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова