Милли проекттар
15 Февраль 2022, 14:30

Кампус төҙөлөшө буйынса нимә тәҡдим ителде?

Уның 20 проценты инвесторҙар тарафынан финансланырға тейеш.

Кампус төҙөлөшө буйынса нимә тәҡдим ителде?Кампус төҙөлөшө буйынса нимә тәҡдим ителде?
Кампус төҙөлөшө буйынса нимә тәҡдим ителде?

Өфөлә студенттарҙың вуз-ара кампусын төҙөү буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәте һәм “Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Кампус” йәмғиәтен ойошторҙо. Компания Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар вуз-ара кампусы төҙөү буйынса шәхси концессия тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин билдәләүенсә, проектты тормошҡа ашырыуҙа Төбәк башлыҡтары шәхси инвестициялар йәлеп итеүҙе тәьмин итергә бурыслы. Шулай итеп, проекттың 20 проценты инвесторҙар тарафынан финансланырға тейеш.

Концессионерҙарҙың төп килем сығанағы Өфөлә төҙөлгән кампуста биналарҙы, бизнес-майҙансыҡтарын, конференц-залдарҙы ҡуртымға биреүҙән тулыланасаҡ.

Был концессия башланғысы “Фән” милли проектының (национальный проект "Наука") дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарын ҡулланып, инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

“Алдан әҙерләнгән финанс моделенә ярашлы, проект буйынса инвестиция күләме 18 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 10 миллиард 800 миллион һумы – федераль, 3 миллиард 600 миллион һумы республика бюджетынан йүнәлтелә. Төҙөлөш өс йыл барасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм ваҡыты 25 йылға иҫәпләнгән", – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Әлеге ваҡытта кампустың архитектура-төҙөлөш концепцияһы эшләнә.

Бында юғары уҡыу йорттары, лабораториялар, йәмәғәт майҙансыҡтары ҡарамағындағы коворкингтар, һанлы китапханалар, студент компаниялары, кесе инновациялы предприятиелар офистары урынлашасаҡ, студенттарға һәм аспиранттарға йәшәр өсөн 3500 урынға иҫәпләнгән уңайлы торлаҡ хәстәрләнәсәк.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге макеты Сочила үтәсәк Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан күргәҙмәһендә тәҡдим ителәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас