Милли проекттар
16 Февраль 2022, 09:30

Агросәнәғәттә һанлы технологиялар йылдам үҫә

Һанлы үҙгәрештәр өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Агросәнәғәттә һанлы технологиялар йылдам үҫәАгросәнәғәттә һанлы технологиялар йылдам үҫә
Агросәнәғәттә һанлы технологиялар йылдам үҫә

Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы, шулай уҡ төбәктәге агросәнәғәт комплексы предприятиелары – “Стар Нафта”, “Восход-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Ш.М. Хәбибрахмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы һанлы үҙгәрештәр өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ предприятиеларға консультация, ойоштороу, мәғлүмәт-аналитика һәм методологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

– Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары һанлы технологияларҙы хужалыҡ эшмәкәрлегендә йылдан-йыл әүҙемерәк файҙалана, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Был инде заман талабы. Бөгөн һөтсөлөк фермаһында көтөүгә идара итеү системаһы йәки баҫыу эштәре барышында спутник навигацияһын файҙаланыу менән бер кемде лә аптыратып булмай. Технологиялар йылдам үҫә. Һанлы үҫеш министрлығындағы коллегаларыбыҙ менән уртаҡ бурысыбыҙ – предприятиеларға үҙҙәрендәге һанлаштырыу кимәлен баһаларға ярҙам итеү, ошонан сығып киләсәккә саралар планын төҙөү.

Килешеү ауыл хужалығы предприятиеларына һанлы үҙгәрештәр стратегияһын төҙөүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү  һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы технологиялар” проекты нигеҙендә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараларында уңышлы ҡатнашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға этәргес бирәсәк.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/430959/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас