

Республика онкология клиник диспансеры “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Японияла етештерелгән TJF-Q180V дуоденовидеоскопын алды. Онкология диспансеры белгестәре яңы ҡорамалды юғары баһаланы, уның тикшереү үткәргәндә эндоскоп менән эш итеүҙе еңеләйтеүен билдәләне.
Дуоденоскопия – эндоскопик тикшереүҙең бер төрө, ул бөйәнде, ашҡаҙан аҫты биҙен һәм дөйөм үт юлын тикшереүҙә ярҙам итә. Был процедура диагноз ҡуйыуҙа һәм ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланыла, ағзаларҙың морфологик һәм функциональ үҙгәрештәрен яҡшыраҡ күҙ алдына баҫтырырға булыша. Ҡорамал файҙаланыуҙа ябайлығы һәм хәүефһеҙлеге менән дә айырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Онкология сирҙәре менән көрәш – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Уға ярашлы, онкология диспансерҙары заманса ҡорамалдар менән тулыраҡ йыһазландырыласаҡ, амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре арттырыласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.