Милли проекттар
17 Февраль 2022, 07:30

Артыҡ макулатурағыҙ булһа...

Акция йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары, ә иң һөҙөмтәлеләре аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Өлкәнең дөйөм һөҙөмтәһе 70 тоннанан ашыу булһа, финалсылар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Артыҡ макулатурағыҙ булһа...Артыҡ макулатурағыҙ булһа...
Артыҡ макулатурағыҙ булһа...

“Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы, 2022 йылдың 14 февраленән 14 мартына тиклем Башҡортостанда “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экологик марафоны ойошторола. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың 12 проценты эшкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш.

Сарала ҡатнашыуға төбәктәге барлыҡ уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, компаниялар һәм башҡа учреждениелар саҡырыла. Бының өсөн 300 килограмдан ашыу кәрәкмәгән макулатура йыйырға (был 120 сантиметр бейеклектәге А4 ҡағыҙының алты өйөмө йәки әҙәби ҡиммәте булмаған 850-гә яҡын китап), алыҫ райондар өсөн 500-1000 килограмдан ашыу макулатура йыйырға, артабан Сдай-Бумагу.рф йәки www.Sdai-Bumagu.com.акцияһының рәсми сайтында заявка ҡалдырырға кәрәк.

Шулай уҡ үҙаллы 300 килограмдан ашыу макалатура йыя алмаған республика халҡы эш урыны буйынса йәки яҡындағы уҡыу йортона, учреждениеға “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” акцияһында ҡатнашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә ала.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров был акцияның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ, сара ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына республика халҡының иғтибарын йәлеп итеүгә һәм макулатураны икенсел сеймал сифатында файҙаланыуға йүнәлтелгән, тине. Шуға күрә үҫеп килеүсе быуында төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен тәрбиәләү мөһим.

Акция Башҡортостан райондары һәм ҡалалары араһында ярыштар формаһында ойошторола. Экомарафон һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттарҙың йәшел рейтингы төҙөләсәк. Алдан www.сдай-бумагу.рф рәсми сайтында макулатура сығарыу өсөн ғаризалар ҡалдырырға кәрәк, йыйылған макулатураны эшкәртеүсе компанияның транспорты акцияны уҙғарыу графигына ярашлы сығара.

Акция йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары, ә иң һөҙөмтәлеләре аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Өлкәнең дөйөм һөҙөмтәһе 70 тоннанан ашыу булһа, финалсылар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: kanevskaya.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас