Милли проекттар
17 Февраль 2022, 09:30

Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе

Сибай ҡалаһының уңған эшҡыуары гүзәл заттарға матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ә уларҙы матур булыу серҙәренә лә өйрәтә. 

Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙеҺаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе
Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эльвина Сөләймәнова "Эля Макарова" перманент макияж студияһы менән 10 йылдан ашыу етәкселек итә. Бөгөн ул алты кешегә эш урыны булдырған. Эшлекле ханым гүзәл заттарға матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ә уларҙы матур булыу серҙәренә лә өйрәтә. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы, Эльвина Руслан ҡыҙы дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән һәм ошо аҡсаға заманса ҡорамалдар һатып алған.

Эльвина Сөләймәнова мәрхәмәтлек акцияларында даими ҡатнаша, бигерәк тә онкология сире менән яфаланыусыларға бушлай макияж хеҙмәте күрһәтә, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙы һәр саҡ ташламалы хаҡ менән хеҙмәтләндерә. Ул - шулай уҡ перманент макияж буйынса төрлө халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, 2021 йылда халыҡ-ара конкурста судья булараҡ ҡатнашҡан һәм ошо йүнәлештә яңы эш башлаусыларҙың остазы ла.

Эльвина Руслан ҡыҙы - дүрт бала әсәһе, һөйөклө ир ҡатыны.

Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе икәнен яҡшы аңлаған ханым үҙе лә сәләмәт тормош алып бара, башҡаларҙы ла шуға әйҙәй. Матурлыҡ янында һәр саҡ һаулыҡ йәнәш йөрөргә тейеш, тигән һүҙҙәрҙе ҡабатларға ярата ул.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш өлөштән тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru

Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе
Һаулыҡ - матурлыҡ нигеҙе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас