Милли проекттар
17 Февраль 2022, 16:45

"Был - һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе"

Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов республикала хеҙмәт етештереүсәнлеге артыуына ҡарата ниндәй фекерҙә?

"Был - һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе""Был - һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе"
"Был - һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе"

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе тапҡыр “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса рейтинг иғлан итте, унда Башҡортостан тәүге өсәү иҫәбендә.

Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ–ның Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институтындағы дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты Илдар Ғәбитов ошо турала фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Иҡтисадсы булараҡ, республикабыҙҙың әлеге рейтингта алдынғы урындарға күтәрелеүе мине бик шатландырҙы. Был - республиканың бөгөнгө хәлен, үҫешен, киләсәген билдәләгән төп күрһәткестәрҙең береһе. Әлбиттә, уңышҡа тиҙ генә өлгәшмәнек, һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе ул.

Радий Хәбиров етәкселек итә башлаған тәүге йылдарынан уҡ төбәк иҡтисады үҫешенә ҙур иғтибар бирә, республикала әүҙем инвестиция эшмәкәрлеге алып барыла. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты ла тап шул йылдарҙа ғәмәлгә инә башланы. Беҙҙең республика, пилот проекты ҡатнашыусыһы булараҡ, ошо дүрт йыл эсендә ошо тәңгәлдә ярайһы тәжрибә тупланы.

Күп предприятиеларға һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре индерелде. Етештереү сығымдарын кәметеп, милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырҙы һәм эш хаҡын да күтәрә алды. Етештереү системаһын заманса үҙгәртеү иҡтисад баҙарында конкурентлыҡты арттырыу мөмкинлеген бирҙе. Уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ла предприятиеларҙың үҫешенә этәргес булды, - тигән фекерҙә Илдар Ғәбитов.

Фото И. Ғәбитовтың шәхси архивынан.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас