Милли проекттар
17 Февраль 2022, 05:30

Дүртенсе аппарат алынды

 Был үҙенсәлекле ҡорамал медицинаның бик күп тармаҡтарында диагностик тикшеренеүҙәр үткәрергә ярҙам итә.

Дүртенсе аппарат алындыДүртенсе аппарат алынды
Дүртенсе аппарат алынды

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Благовар районының Языков үҙәк район дауаханаһы яңы заманса “УЗИ-Электрон”  диагностика  аппараты алды. Быныһы инде яңы дүртенсе ҡорамал, ти медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре.

Ультратауыш аппараты кардиология, ангиология, онкология, урология, гинекология, акушерлыҡ, педиатрия, ортопедия һәм медицинаның башҡа тармаҡтарында диагностик тикшеренеүҙәр үткәрергә ярҙам итә.

– Беҙ уны поликлиникала файҙаланабыҙ, был диагностика ярҙамы менән балалар тәьмин ителгән. Аппарат  диагностик тикшеренеүҙәр, диспансерлаштырыу, иҫкәртеү медицина тикшеренеүҙәре өсөн ҡулланыла.  Тәү сиратта беҙ ошо бурыстарҙы атҡарыу өсөн ҡорамалды файҙаланасаҡбыҙ,– ти Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас