

Мәләүез районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, Сергеевка ауылы янында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлыҡтан туризмды үҫтереүгә грант алған туристик база (глэмпинг) төҙөү дауам итә.
Яңы глэмпинг әлеге “Малина” базаһының бер өлөшө буласаҡ.
Турбаза төҙөүгә бүленгән гранттан тыш, эшҡыуарҙарға катер һатып алыуға ла субсидия бирелде. Ярҙамдың дөйөм күләме 5 миллион һум самаһы, йүнселдәр яғынан проекттарҙы берлектә финанслау 14,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Был проекттар 2020 йылда “Ростуризм”дың инвестициялары 80 миллион һумдан ашып киткән проекттарға субсидия биреү конкурсында еңеүселәр исемлегенә ингән. Әле объект төҙөлөшө тамамланып килә.
#национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/221680