

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Шәхси эшҡыуар 2020 йылда эш башлай һәм тәүҙә аҡсаһына ағасты һырлау, юныу өсөн лазерлы станок һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты ярҙамында һәм "Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү" муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылдың декабрендә эшҡыуар 300 мең һум субсидия ала. Был аҡса уға уйынсыҡтарҙы төрөү өсөн ҡоролма, төҫлө принтер алырға мөмкинлек бирә.
Сибай ҡалаһынан Альбина Әхмәтова балалар өсөн башҡортса яҙыулы уйынсыҡтар әҙерләй. Бизнес-проект мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың аҡыл һәм ижади мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән. Ағас муйынсаҡ, мозаика һәм башҡа уйынсыҡтар логиканы, фекерләүҙе, моториканы үҫтерә, ти ул.
Эшҡыуарға дәүләт ярҙамы яңы мөмкинлектәр асыуға, үҙ эшен киңәйтергә ҙур роль уйнаған.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш өлөштән тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru