

Туймазы районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, районда Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһының вәкиллеген асыу тантанаһы булды.
Унда “Изге һүҙ” психология-логопедия студияһының ойоштороусыһы Ангелина Уйылданова вәкиллек етәксе итеп һайланды. Ул район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, 2020 йылда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған.
Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина ҡатын-ҡыҙҙарға, тәү сиратта, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһын төҙөү тарихы тураһында һөйләне. Сараның аҙағында бизнесты алып барыу һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/222354
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)