Милли проекттар
19 Февраль 2022, 03:30

Ауырыуҙар юғары сифатлы ярҙам ала

Төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн дә медицина ярҙамы файҙалана алырлыҡ булырға тейеш.

Ауырыуҙар юғары сифатлы ярҙам алаАуырыуҙар юғары сифатлы ярҙам ала
Ауырыуҙар юғары сифатлы ярҙам ала

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Миәкә үҙәк район дауаханаһына юғары класлы “УЗИ-Электрон” аппараты алынды.

Яңы ҡорамал табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә, өҫтәүенә ул күркәм дизайны буйынса айырыла. Идара итеү өсөн сенсорлы панель менән йыһазландырылған.

Ультратауышлы диагностика системалары медицинала киң ҡулланыла, абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнә. Шулай уҡ педиатрия, неонатология, акушерлыҡ һәм гинекологияла, һөйәк-мускул системаһын анализлауҙа файҙаланыла.

"Яңы ҡорамал төрлө сирҙәрҙе диагностикалау ваҡытын тиҙләтә һәм пациенттарға медицина ярҙамын юғары кимәлдә күрһәтергә ярҙам итә. Ҡорамал файҙаланыуға тапшырылды ла инде", – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илшат Ғилемйәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас