

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика qортонда үткәргән кәңәшмә төбәктә интеллектуаль транспорт системаһын (ИТС) индереүгә арналды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостанда ИТС-ты индереү 2022-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Был сараны тормошҡа ашырыуға 1,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Шуның 850 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Быйыл ғына ла проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан 409 миллион һум бүленәсәк.
Республиканың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Манзаф Низаҡаев хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ИТС проекты буйынса эш Өфө агломерацияһынан башланасаҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ агломерацияһында ла ошо системаны индереү федераль кимәлдә яҡлау тапты.
“Был проект юл хәрәкәтенә идара итеүҙе автоматлаштырырға һәм, һөҙөмтә булараҡ, юлдағы хәүефһеҙлекте арттырырға ярҙам итәсәк. Башланғыс этаптарҙа системаны грамоталы көйләргә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан