Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль , 09:30

Иң күп модель китапхана – Башҡортостанда

“Уларҙың көсө – азат булыуҙарында, ижади иректә, үҙҙәрен һәм инанған ҡиммәттәрен күрһәтә алыуҙа".

Иң күп модель китапхана – Башҡортостанда
Иң күп модель китапхана – Башҡортостанда

Уҙған йылда республикабыҙҙа заманса китапханалар асыу буйынса рекорд ҡуйылған – ун мәҙәни-белем биреү усағы сафҡа ингән. Был турала Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. “Яңы быуын китапханаһы” проектында ил буйынса 79 төбәк ҡатнашҡан.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, китапханаларҙы модернизациялауға 2 миллиард 110 миллион һум аҡса бүленгән, был илдә 305 модель китапхана асыу мөмкинлеге биргән. Шуныһын билдәләп китергә кәрәк, иң башта 2019 йылдан 2024-сегә ҡәҙәр йыл һайын 110 муниципаль модель китапхананы модернизациялау күҙ уңында тотолған булған.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова фекеренсә, илдә ысын мәғәнәһендә мәҙәни яңырыу бара, һәм бында модель китапханалар ифрат ҙур роль уйнай.

“Минең ҡарамаҡҡа, уларҙың көсө – азат булыуҙарында, ижади иректә, үҙҙәрен һәм инанған ҡиммәттәрен күрһәтә алыу иркендә. Китапханаға йөрөүселәр ҙә, китапханасылар ҙа яңылыҡ уйлап таба белә, идеяларға байҙар, яңы алымдарҙы ҡыйыу рәүештә ҡулланалар”, – тип иҫәпләй ул.

Рәсәйҙә милли проекттар дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдың май айындағы указына ярашлы башланды. Күп төрлө проекттар араһында “Мәҙәниәт” тигән йүнәлеш тә бар. Ул был тармаҡтағы эштәрҙе көйләүгә, ил халҡын мәҙәни сараларға ылыҡтырырға, ижади һәләттәрен асырға, йәш быуынды бай мәҙәни ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтырға ярҙам итә.

Фото: kulturarb.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в