Алдан күп тапҡыр хәбәр ителеүенсә, Өфөнөң 450 йыллығына кескәй тамашасылар йөрөгән театрға реконструкция үткәреләсәк. Эш "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы барасаҡ, уны, башҡа күп проекттар иҫәбендә, Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлағайны.
Театр бинаһын йүнәткән ваҡытҡа спектаклдәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының кесе залында барасаҡ.
Реконструкция эштәре быйыл башланып, 2023 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш. Заказсы - Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы, ә подрядсыны, конкурс буйынса, апрель урталарында асыҡлау планлаштырыла.
Төп майҙан итеп билдәләнгән Опера һәм балет театрының бәләкәй залы тамашаларға етмәҫкә мөмкин: дәүләт заказына ярашлы, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Г. Хәмитова һүҙҙәренә ҡарағанда, театр йылына 500-ләп спектакль күрһәткән. Бер майҙанда тамашаларҙың яртыһын ғына ҡуйырға мөмкин. "Балаларҙы шатлыҡтан мәхрүм итмәйек. Уртаҡ көс һалып, өҫтәмә майҙандар табырға кәрәк", - тине Г. Хәмитова баш ҡала хакимиәтендәге күптән түгел булған ултырышта.
Ҡала хакимиәте Өфөнөң балалар филармонияһында ла урын бирергә әҙер. Ул үткән йыл декабрҙә, реконструкция үткәрелеп, яңынан асылғайны.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: afisha-ufa.ru