Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Февраль 2022, 10:30

Иглин данын Түбәнге Ләмәҙ яҡлаясаҡ

Әлеге ваҡытта ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына ентекле әҙерләнә.

Иглин данын Түбәнге Ләмәҙ яҡлаясаҡ
Иглин данын Түбәнге Ләмәҙ яҡлаясаҡ

Иглин районы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһанылар. Бәйге "Демография" милли проектының "Йәмәғәт сәләмәтлеге" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Конкурста ҡатнашыусылар халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш алып барҙы, иҫкәртеү рейдтары үткәрҙе, белем биреү, аң-белем таратыу, спорт һәм мәҙәни саралар ойошторҙо.

Конкурс положениеһына ярашлы, район комиссияһы урындарҙа башҡарылған эш тураһында отчет презентацияларын ҡараны. Һөҙөмтәлә өс еңеүсе билдәләнде. Беренсе урынды Түбәнге Ләмәҙ ауылы яуланы, ул төп бүләк сифатында 200 мең һумлыҡ сертификат алды. Икенсе урынға һәм 150 мең һумлыҡ сертификатҡа Алаторка ауылы лайыҡ булды, өсөнсө урынды Охлебинин ауылы халҡы алды, уларға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Ҡалтыман ауыл биләмәһе башлығы Флорида Мосейчук һүҙҙәренсә, аҡса Алаторка ауылын төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.

– Әлегә “Яратам һине, Алаторка” арт-объектын булдырыу йәки балалар майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла, – ти Флорида Мөхәмәт ҡыҙы.

Охлебинин ауыл биләмәһе башлығы Ғәлиә Фазлыева сертификатты нимәгә тотонорға кәрәклеген ныҡлы хәл иткән. Ауыл советы урындағы мәктәп өсөн саңғылар һәм ботинкалар һатып аласаҡ.

“Айыҡ ауыл-2021” конкурсының республика этабында Иглин районы данын район этабы еңеүсеһе – Түбәнге Ләмәҙ ауылы яҡлаясаҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Раил Мирхәйҙәров аҡсаны мәктәп, Мәҙәниәт йорто һәм мәсет араһында бүләсәк. Әлеге ваҡытта халыҡ республика этабына ентекле әҙерләнә, ойоштороу комитеты төҙөгән, уға мәҙәниәт, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, умартасылар, өлкәндәр һәм башҡалар инә.

Ләмәҙ ауыл советы биләмәһендә биш магазин эшләй, уларҙың өсәүһендә алкоголь һатыу тулыһынса тыйылған. Яҡын арала ауылда янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейдтар һәм имен булмаған ғаиләләр менән профилактик әңгәмәләр үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл-2021” конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум. Быйыл 2022 йылдың 30 июнендә билдәләнәсәк еңеүселәргә – 3 миллион һум (бәләкәй тораҡ пункттар араһында беренсе урын), 4 миллион һум (уртаса тораҡ пункттар), 5 миллион һум (ҙур тораҡ пункттар) һәм 6 миллион һум ҙур тораҡ пункттар араһында иң яҡшыларға биреләсәк. Икенсе һәм өсөнсө урын яулағандар ҙа бүләкләнәсәк.

Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Иглин районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: