

Ағымдағы йылда “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Благовещенда, Потеха йылғаһындағы быуа эргәһендә экологик хәлде яҡшыртыу буйынса эштәр дауам ителәсәк.
Был һыу ятҡылығы баҡыр иретеү заводы ихтыяждары өсөн XVIII быуатта уҡ ойошторола. Хәҙер быуа периметры буйынса шәхси сектор, ә көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш яғынан арматура заводы урынлашҡан.
– Быуаның торошо урындағы халыҡты борсоған, ул ныҡ һаҙланған булған, йылы көндәрҙә алама еҫ сығарған. Һыу ятҡылыҡтарын үҫемлектәр һәм һыу төбө ултырмаларынан таҙартыуҙы 2020 йылда “Экология”” милли проектының “Һыу объекттарын экологик һауыҡтырыу” төбәк проекты сиктәрендә башлағайныҡ. Быйыл эштәрҙе тамамларға планлаштырабыҙ, – тип һөйләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Финанслауҙың дөйөм күләме 80,92 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 66,09 миллион һум, республика бюджетынан 14,9 миллион һум ҡаралған.
Шулай уҡ 2022 йылда “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Дим йылғаһы үҙәнен Яңы Михайловка ауылынан Нижегородка ауылына тиклемге участкала таҙартыу күҙаллана. Проект-смета документацияһы әҙерләнгән дә инде, дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алынған. Контракттың башланғыс хаҡы 105,53 миллион һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытта башҡарыусыны һайлау буйынса конкурс процедураларын үткәреү өсөн документтар әҙерләнә.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.