Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Февраль 2022, 08:00

Урмандарҙы бәләкәйҙән һаҡларға өйрәнергә кәрәк

Ата-әсә иғтибарына: Өфө урман-техник техникумында 9-сы класс нигеҙендә төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса профилле белгестәр әҙерләйҙәр.

Урмандарҙы бәләкәйҙән һаҡларға өйрәнергә кәрәк
Урмандарҙы бәләкәйҙән һаҡларға өйрәнергә кәрәк

“Урман – беҙҙең байлығыбыҙ. Уны янғындан һаҡлағыҙ!” – был һүҙҙәр барыһына ла бала саҡтан билдәле. Әммә 2021 йылда урман янғындарының 43 проценты кеше ғәйебе менән сыҡҡан.

Халыҡҡа урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, ҡоро үләнде рөхсәтһеҙ яндырыуҙан зыян тураһында мәғлүмәт еткереүҙе көсәйтеү өсөн Башҡортостан урмансылары әүҙем аңлатыу эштәре алып бара.

Ошо көндәрҙә Туймазы урман хужалығы мастеры Ирек Сәлихов Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә балалар менән әңгәмә үткәрҙе.

– Контролһеҙ усаҡ тоҡандырыу, быяла һәм пластик шешәләрҙе ырғытыу урман янғынына сәбәпсе булыуы ихтимал, – тип һөйләне Ирек Сәлихов. – Янғындан зыян күргән һәм һәләк булған хайуандарҙың ғына түгел, урманды уттан ҡотҡарған кешеләрҙең ғүмерҙәре лә урманда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәүгә бәйле.

Ул урман хужалығында йәш белгестәр етешмәүен билдәләне һәм йәштәргә Өфө урман-техник техникумында 9-сы класс нигеҙендә төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса профилле белгестәр әҙерләүҙәренә иғтибар итергә кәңәш бирҙе.

Урман фондында янғын сығыуға юл ҡуймау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эште Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып алып бара.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: