Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль 2022, 14:15

Кескәйҙәр һау-сәләмәт булһын!

Өфөләге 17-се балалар клиникаһының йоғошло ауырыуҙар госпиталендә дауаланған сабыйҙар өсөн яңы медицина ҡорамалдары алынды.

Кескәйҙәр һау-сәләмәт булһын!
Кескәйҙәр һау-сәләмәт булһын!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы,  Өфөләге 17-се балалар клиникаһының йоғошло ауырыуҙар госпиталендә дауаланған сабыйҙар өсөн яңы медицина ҡорамалдары алынды. Эксперт класындағы Leoni plus ИВЛ аппараты, инфузоматтар, Omron небулайзерҙарының яңы партияһы сабыйҙарҙы коронавирустан дауалау өсөн ҡулланыласаҡ.

Эксперт класындағы ИВЛ аппараты  тән ауырлығы үтә түбән булған сабыйҙарға оҙайлы респиратор ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.   Юғары йышлыҡлы елләтеү режимы ҡаралған. Agilia  шприц насостары дарыу иретмәләре инфузияларын теүәл, дөрөҫ илтеүҙе тәьмин итә. Компрессорлы ингалятор юғары етештереүсәнле, ҡеүәтле, түбәнге тын алыу юлдарына тиклем барып етә. Кислородты дымландырыу системаһын файҙаланыу яңы тыуған сабыйҙар һәм үпкәһе сирлеләр өсөн бик мөһим.

“Бындай ҡорамалды алыу бүлексәбеҙ өсөн  һөйөнөслө ваҡиға, уның ярҙамында күп  балалар ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ,” – ти 17-се балалар ҡала дауаханаһының баш табибы Нурсилә Әбсәләмова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: