Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль 2022, 15:45

Пекинда – Олимпиада, Мәкәштә – “Ауылпиада”

Мәкәштәге сарала бер нисә майҙансыҡ эшләне.

Пекинда – Олимпиада, Мәкәштә – “Ауылпиада”
Пекинда – Олимпиада, Мәкәштә – “Ауылпиада”

Дәүләкән районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр районда республика Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса гранттары конкурсында еңеү яулаған “Ауылпиадаға 16 аҙым” проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә.

Ошо көндәрҙә Мәкәш ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, йәмәғәтселектең һаулығын нығытыу маҡсатында “Сәләмәтлек һуҡмағы” тигән сара ойошторолдо. Әйткәндәй, был сара ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Мәкәш “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип танылды.

Был көндө район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов еңеүселәргә сертификат тапшырҙы. Мәкәш ауыл Советы башлығы Альберт Ғәйзуллин билдәләүенсә, аҡса ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Муниципаль-ара бәйләнеште нығытыу маҡсатында сарала күршеләр – Әлшәй районының Ташлы ауыл Советы делегацияһы ла ҡатнашты. Ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мурзин әйтеүенсә, Ташлы ауылы ла “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған.

Мәкәштәге сарала бер нисә майҙансыҡ эшләне: дартс, шахмат, шашка, өҫтәл теннисы, бильярд буйынса ярыш булды, скандинав йөрөшө, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Ошонда уҡ ГТО нормаларын тапшырырға ла була ине. “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә!” уйындарында ауыл халҡы шайба ырғытыуҙа, туп һикертеп тәғәйен араны үтеүҙә, бура һуғыуҙа һәм арҡан тартыуҙа көс һынашты.

Мәҙәниәт йорто фойеһында күргәҙмәләр ойошторолдо. Бында мәкәштәрҙең шәжәрәһен, йорт кәрәк-яраҡтарын, ҡул эштәрен, ошо ерҙә үҫкән үләндәрҙе, сәләмәт тормошҡа арналған һүрәттәрҙе күрергә була ине. “Тере хәтер” акцияһына ярашлы “Вауровец” клубы музейы буйлап виртуаль экскурсия ҡылыу мөмкинлеге лә бар ине.

Был көндө мәкәштәр һәм ҡунаҡтар Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән урындағы обелискка сәскә һалды. Байрам район мәҙәниәт йорто әҙерләгән концерт менән тамамланды.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: davlekanovo.bashkortostan.ru/presscenter/news/431969/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: