Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Таутөмән ауыл биләмәһе 2015 йылдан алып урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Төҙөкләндереү” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
2017 йылда конкурс һөҙөмтәләре буйынса ауыл Советы грейдер һатып алыуға тендерҙа еңеп сыҡҡан, 2019 йылда МТЗ-82 тракторы һатып алған, 2021 йылда Октябрьский ауылындағы юлды тәртипкә килтергән.
Ауыл халҡы программанының былтыр октябрҙә башланған яңы этабында ҡатнашырға ҡарар итте. Әҙерлек саралары барышында халыҡ менән йыйылыштар, балалар һәм ата-әсәләр менән әңгәмәләр, флешмобтар үткәрелде. Дөйөм йыйылышта улар Таутөмән ауылындағы балалар спорт майҙансығын төҙөкләндерергә булды. Әле тейешле документтар әҙерләү менән мәшғүлдәр.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/222789