Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2022, 14:45

“Моноплан” һатыуҙы арттырырға ниәтләй

Нефтекама предприятиеһы деталдәр һәм конструкциялар сығарыу менән мәшғүл.

“Моноплан” һатыуҙы арттырырға ниәтләй
“Моноплан” һатыуҙы арттырырға ниәтләй

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Төбәк лизинг компанияһы “Моноҡалалар, ТОСЭР, Арктика зонаһы” программаһы буйынса “Моноплан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә хаҡы дүрт миллион һумдан ашыу тәшкил иткән металл эшкәртеү ҡорамалын лизингҡа тапшырҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырылған дәүләт финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә предприятие һатыу күләмен 10 процентҡа арттырырға ниәтләй.

– Төбәк лизинг компанияһы тарарфынан шәхси һәм бәләкәй предприятиеларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары производстволарҙы яңыртыу һәм яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, Нефтекаманың “Моноплан” йәмғиәте металды лазер ярҙамында киҫеү станогы ярҙамында етештереүҙе арттырырға һәм юғары сифатлы продукцияның киң ассортиментын сығарырға ниәтләй. Һөҙөмтәлә етештереүҙә тотҡарлыҡтарҙы кәметеү, яңы һатыу баҙарҙарына сығыу күҙаллана, – тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Әле “Моноплан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте металдан, резинанан, пластмассанан һәм эластомерҙан сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланылған юғары сифатлы деталдәр һәм конструкциялар проектлай һәм сығара. Компанияла әйтеүҙәренсә, юғары технологиялы заманса ҡорамалдар сифатлы һәм ышаныслы етештереүҙең мөһим үҙенсәлектәренең береһен тәшкил итә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/432027/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: