Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2022, 16:15

Субсидияға документтар ҡабул ителә

Документтарҙы 16 мартҡа тиклем тапшырырға мөмкин.

Субсидияға документтар ҡабул ителә
Субсидияға документтар ҡабул ителә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, министрлыҡта ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарының етештереү эшмәкәрлегенә сығымының бер өлөшөн ҡаплауға документтар ҡабул итеүҙең икенсе сираты башланды. Быйыл төбәктә ошо йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 173 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Был юлы документтар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

– Ауыл хужалығы кооперативтары сарала әүҙем ҡатнашыр тигән өмөттәбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Практика күрһәтеүенсә, субсидия биреүгә һайлап алыу сараһында нигеҙҙә үҫергә, яңы продукция төрҙәрен үҙләштерергә теләгән кооперативтар ҡатнаша.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты нигеҙендә бүленгән субсидияға документтар ҡабул итеүҙең тәүге ағымы 11 февралгә тиклем дауам иткәйне. Ул этапта 13 ауыл хужалығы кооперативы һайлап алынды.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/432188/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: