Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2022, 15:30

Яңы проекттар төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә

Хәйбулла йүнселдәре "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ниндәй проекттар тәҡдим итте?

Яңы проекттар төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә
Яңы проекттар төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә өс проект тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар Рәмил Ғәлләмов менән Динислам Бохарбаевтарҙың проекты төҙөлөш тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән булһа, Федоровка ауылынан Динар Солтанов һөт йүнәлешендәге һыйыр малын арттырыу буйынса үҙ тәҡдимен еткерҙе.

Ағас эшкәртеү цехын асыу, төҙөлөш материалдары һәм быялапакеттарҙы етештереүҙе яйға һалыу теләге менән сығыш яһаған Аҡъяр йүнселдәре был йүнәлештәге эштәрен артабан алға ебәреү маҡсатында махсус ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтергә, инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында ярҙам һораны. Был үҙ сиратында Аҡъярҙа тағы ла өҫтәмә эш урындары ла булдырасаҡ.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә онлайн-форматта ҡатнашҡан Динар Солтанов һөт йүнәлешендәге һыйырҙар үрсетеү буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Ауыл йүнселе был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы - субсидия алырға маҡсат тота. Һәм тап ошо мәсьәләлә район етәкселегенән ярҙам һорай ҙа инде.

Район хакимиәте башлығы яңы проект тәҡдим иткән йүнселдәргә үҙ эштәрен артабан асыу, йәйелдереү маҡсатында бар яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтте.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Яңы проекттар төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә
Яңы проекттар төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: