Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2022, 10:30

“Йыл экспорты” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 11 номинацияла 11 еңеүсе билдәләнәсәк.

“Йыл экспорты” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
“Йыл экспорты” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс Башҡортостан Республикаһында теркәлгән, республикала етештереп, экспортҡа тауар оҙатҡан ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында уҙғарыла. Ул экспорт эшмәкәрлеген һәм республика етештереүселәренең тауарҙарының көнәркәшлеген арттырыуға, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”), шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәтен үҫтереү” төбәк проекттарын тормошҡа арышырыу сиктәрендә, уларҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген баһалауға йүнәлтелгән.

Ҡатнашыусылар шулай уҡ экспорт тауарының күләме, экспортҡа бушатыуҙар һаны, экспорт географияһы, экспорт тауары номенклатураһы кеүек бер нисә критерий буйынса, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыуҙан сығып баһаланасаҡ.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 11 номинацияла 11 еңеүсе билдәләнәсәк:

“Сәнәғәт өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ араһында йыл экспортеры”, “Ауыл сәнәғәте комплексы өлкәһендә йыл экспортеры. Эре эшҡыуарлыҡ”, “Ауыл сәнәғәте комплексы өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл экспортеры”, “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә йыл экспортеры. Эре эшҡыуарлыҡ”, “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ араһында  йыл экспортеры”, “Йыл ынтылышы. Эре эшҡыуарлыҡ”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл ынтылышы”, “Яңы география. Эре эшҡыуарлыҡ”, “Яңы география. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”, “Юғары технологиялар өлкәһендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ араһында йыл экспортеры”.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм “Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы конкурсты ойоштороусы булып сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 7 февралдән 8 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Эре эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән ғаризаларҙы Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында – Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат, 526-сы кабинетта ҡабул итәләр.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән ғаризаларҙы Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәгенда – Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 3-сө ҡат, 300-сө офиста, 7-се кабинетта тапшырырға мөмкин.       

Тулы мәғлүмәттәр менән эре эшҡыуарлыҡ вәкилдәре Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы белгестәренә (+7 (347) 280-87-17), бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәгенә (+7(347)246-68-16) шылтыратып белергә мөмкин.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: