22 февралдә Бәләбәй медицина колледжында сығарылыш төркөмдәре студенттары Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы вәкилдәре менән осрашты. Был сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.
Ветерандар үҙҙәренең тормошо, Афғанстан Демократик Республикаһындағы интернациональ бурыстарын үтәү, хеҙмәт, хәҙер инде тарихта ҡалған ул ваҡыттағы иҫтәлекле көндәр, үҙҙәренә осраған ауырлыҡтар, уларҙы йырып сығыу һәм башҡалар хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Сара колледж студенттары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барған.
Үҙҙәренең хәрби интернациональ бурысын үтәгәндәр менән был осрашыу буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен вайымһыҙ ҡалдырмаған. Улар Тыуған илебеҙҙең тарихи үткәндәренә байҡау яһаған һәм үҙәрен Тыуған илебеҙҙең һаҡсыһы тип хис иткән. Тап бына ошондай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары (национальные проекты “Образование”, “Здравоохранение”) бурыстарын тормошҡа атҡарырға булышлыҡ итә лә инде.
Сара тамамланғас, студенттар ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырған.
Беҙ барыбыҙ ҙа Тыуған иле алдында мөҡәддәс бурысын үтәгәндәр алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлығын ил онотмаясаҡ.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан