Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2022, 14:30

Был хаҡта белеү ҡамасау булмаҫ

Лицензияһыҙ бер нимә лә атҡарып булмай. Ә ниндәй процедуралар ябайлаштырылған?

Был хаҡта белеү ҡамасау булмаҫ
Был хаҡта белеү ҡамасау булмаҫ

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын лицензиялау тамамланып бара.

22 февралгә ҡарата Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 99 проценты фармацевтика эшмәкәрлегенең  дарыу препараттарын берәмтәләп һатыу йәһәтенән лицензия алған.

 – Республикалағы медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензияһы булған 2061 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 2045-енә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан халыҡҡа дарыу препараттары менән сауҙа итеү өсөн лицензия рәсмиләштерелде, – тип белдергән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова.

Былтырғы ошо осорҙа 2068 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 1887-енә генә ошондай лицензия бирелгән ине. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ФАП-тарҙы лицензиялау буйынса эшмәкәрлеге Рәсәй Хөкүмәтенең дарыуханалар булмаған ауылдарҙа ФАП-тарға, амбулаторияларға һәм дөйөм табип практикаһы үҙәктәренә фармацевтика лицензияларын биреү поцедураһының ябайлаштырылыуы менән бәйле. Бынан тыш, ауылдағы медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә фармацевтика буйынса белем алмайынса дарыуҙар һатырға рөхсәт иттеләр.

- Атап үтелгән ойошмаларға фармацевтика лицензияһын алыу өсөн ғаризала медицина ойошмаһы планлаштырған дарыуҙар менән берәмтәләп сауҙа итеү, һаҡлау буйынса эш төрҙәрен күрһәтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә препараттар менән берәмтәләп сауҙа итеү өсөн өҫтәмә һөнәри белем лицензияһының барлығын раҫларға кәрәкмәй. ФАП, биләмәлә дарыухана ойошмаһының барлығы-юҡылғына ҡарамаҫтан, автоматик рәүештә фармацевтика эшмәкәрлегенә лицензия ала. Был ауылдарҙы дарыуханаларҙан тыш дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итергә булышлыҡ итәсәк, - тип аңлатҡан Эльвира Тәхәүетдинова.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы барлыҡ ойошмаларға ла медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыу йәһәтенән төрлө яҡлап булышлыҡ итә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектында  ("национальный проект "Здравоохранение") ла әйтелә. Тап ошо маҡсатта лицензия алыу буйынса “ҡыҙыу линия” барлыҡҡа килгән һәм ул республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында эшләп килә. Ошоноң ярҙамында медицина эшмәкәрлеген ҡайтанан рәсмиләштереү ваҡыты 19 көн тәшкил итә, ә 2011 йылдың 4 майында ҡабул ителгән “Эшмәкәрлектең айырым төрҙәрен лицензяилау тураһында”ғы 99-сы Федераль законға ярашлы, лицензияны алыу ваҡыты 30 эш көнө тәшкил итә.

Фото: yarkprf.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: