Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2022, 14:30

Министр уҡыусылар менән шашка уйнаған

Уйын һөҙөмтәләре буйынса өс уҡыусы еңеү яулай алған. Министр бирешкәнме? 

Министр уҡыусылар менән шашка уйнаған
Министр уҡыусылар менән шашка уйнаған

22 февралдә Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы “УҡыйбыҙБеләбеҙ” госпиталь мәктәбендә уҡыусылар Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин менән берлектә шашка уйнаған.

Биш ҡыйыу ҡыҙ һәм малай онлайн сарала ҡатнашҡан. Улар хатта дәғүәселәренең министр булыуынан да ҡурҡмаған.  Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерә. Айбулат Хажин әйтеүенсә, был уйынды ул ныҡ ярата һәм йыш ҡына үҙенең балалары менән уйнай икән.

- Шашка һәм шахмат – бик яҡшы интеллектуаль уйындар. Улар аҡыл мөмкинлектәрен үҫтерергә, анализларға, хәлде алдан күҙалларға, стратегия төҙөргә булышлыҡ итә. Бөгөн һеҙҙең менән ошолай уйнау мөмкинлеге килеп сыҡҡанға сикһеҙ шатмын, - тип уҡыусыларға мөрәжәғәт иткән Айбулат Хажин.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса өс уҡыусы еңеү яулай алған. Министр бирешкәнме?

- Бик аҙ ғына, - тип таныған министр. – Иң мөһиме: барыһы ла ысын. Көслө уйнайһығыҙ. Афариндар! Маҡсатығыҙ – үҫергә, үҫешергә һәм бер ҡасан да ҡул төшөрмәҫкә, тик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә! Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыуҙа һәм үҫешеүҙә булышлыҡ итербеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ!

Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла сертификаттар, министрҙан призлар һәм бүләктәр – өҫтәл уйындары һәм ҙур пазлдар тапшырылған.

Бындай сараларҙың ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф”, “Демография” милли проекттары (национальные проекты “Образование”, “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: