Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2022, 16:30

Үткән йылдан күберәк

Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урынды биләй.

Үткән йылдан күберәк
Үткән йылдан күберәк

Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 18,4 процентҡа күберәк. Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урынды биләй.

- 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, пандемия осоро булыуға ҡарамаҫтан, төбәгебеҙ торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса тарихи максимумға етте, - тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Маҡсатыбыҙ элеккесә ҡала – торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу кимәлен арттырыу, әммә шул уҡ ваҡытта инфраструктура үҫеше хаҡында ла оноторға ярамай. 2030 йылға республиканың дүрт миллиондан кәм булмаған квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштырыуын иҫәпкә алып, граждандар уңайлы йәшәһен өсөн беҙ параллель рәүештә инженер селтәрҙәрҙе, социаль объекттар төҙөү эшен алып барабыҙ.

Торлаҡ төҙөлөшөндә үҙ иҫәбенә һәм кредит алып йорт һалғандар 61,1 процент тәшкил иткән. 2020 йылдың ғинуар–ноябрь айҙарында был һан 61 процент булған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: sofi-co.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: