Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә стрит-фуд асыу идеяһы ҡаралды.
Буласаҡ тәгәрмәсле кафе фаст-фудтар әҙерләү өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған тағылманы тәшкил итәсәк. Унда сифатлы ризыҡтар һатыласаҡ. Ашарға әҙерләргә ваҡыты булмаған кешеләрҙә тәгәрмәсле кафе хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур.
“Тәгәрмәсле кафе – перспективалы бизнес төрө. Баҙарҙың был өлкәһендә әлегә бөтә урындар ҙа биләнмәгән, шуға күрә бында үҫеш өсөн мөмкинлек бар. Стрит-фудты асыуға әллә ни күп аҡса кәрәкмәй, ә килемде ул эштең тәүге көндәренән үк килтерә башлай. Иң мөһиме – кеше күп йөрөгән, уңайлы урынды һайлау, артабан яҡшы ашнаҡсы табыу һәм хаҡ сәйәсәтен дөрөҫ алып барыу», – тине “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан йүнсел.
#национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/432481/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)