Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Февраль 2022, 17:30

ИТ-майҙансыҡ яңы үҫешкә булышлыҡ итер

Бында тиҫтәләгән эшҡыуарҙың бизнесын үҫтереү күҙаллана.

ИТ-майҙансыҡ яңы үҫешкә булышлыҡ итер
ИТ-майҙансыҡ яңы үҫешкә булышлыҡ итер

Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә һанлы ҡаҙаныштар менән таныштырыу өсөн үҙенсәлекле ИТ-майҙансыҡ асылды. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, ул күләмле офис киңлеген генә түгел, ә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә тиҫтәләгән эшҡыуарҙың бизнесын үҫтереү урынын тәшкил итә.

– Һис шикһеҙ, был майҙансыҡ республикаға һанлы технологияларҙы үҫтереү йәһәтенән ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр аса, – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

ИТ-майҙансыҡтың инициаторы – Башҡортостандың Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы (уның рәйесе Кирилл Полетаев). Технологиялар ҡулланыусыларға яҡыныраҡ булһын өсөн “Форт Диалог” компанияһы үҙенең офисында махсус рәүештә демо-зал төҙөгән. Майҙансыҡ үҙенсәлекле архитектураға эйә. Бында ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, лекторий һәм һөйләшеүҙәр алып барыу зоналары бар. Талаптарға ҡарап, тәҡдим ителгән ҡарарҙарҙың һәм технологияларҙың тематикаһы үҙгәреүе ихтимал.

Демо-зонала һанлы хәүефһеҙлек системаһы өлкәһендәге ҡаҙаныштар күрһәтелә. Улар мәктәптәрҙе, юғары уҡыу йорттарын һәм башҡа социаль объекттарҙы һаҡлауҙа файҙаланылыуы мөмкин. Хәүефһеҙлек өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙан тыш, демо-зонала VR һәм Өфөлә етештерелә башлаған идара итеү шкафтары нигеҙендәге автоматлаштырыу өлкәһендәге эшләнмәләр һәм ҡаҙаныштар тәҡдим ителә.

Бизнес өсөн һанлы продукттарҙы һәм технологияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ уларҙы әүҙем ғәмәлгә индереү ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) принциптарының береһен тәшкил итә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/432760/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: