2018 йылдың майында Рәсәй дәүләте президенты В.В. Путин илдә халыҡтың йәшәү кимәлен, тормош-көнкүреш шарттарын төрлө яҡлап яҡшыртыу маҡсатында милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға ярҙам иткән указға ҡул ҡуйҙы. Улар илдәге көнкүрештең, иҡтисадтың төрлө өлкәләренә ҡағыла. Араларында халыҡтың рухи донъяһын байытыуға булышлыҡ иткән "Мәҙәниәт" милли проекты ла бар (национальный проект "Культура").
Был проект томошҡа ашырыла башлағаны бирле Башҡортостанда ла мәҙәниәт өлкәһе күп матур үҙгәрештәр кисерҙе һәм был яҡшы саралар әле лә дауам итә. 2022 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса сараларҙы финанслауға 1,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк, уның 631,7 миллионы - федераль ҡаҙнанан. Был күрһәткес уҙған йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Сығымдарҙың иң ҙур өлөшө ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға, балалар сәнғәте мәктәптәре асыуға йүнәлтеләсәк. Был һандарҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
Милли проекттың эсенә ингән өс программа - "Мәҙәниәт мөхите"нә - 1,5 миллиард; "Ижади кешеләр"гә - 134,3 миллион, "Һанлы мәҙәниәт"кә 7,3 миллион һәм аҡса бүлеү ҡаралған.
Анығыраҡ алып ҡарағанда, был күләмле ярҙам нимәгә тотоноласаҡ?
Беренсенән, 18 мәҙәниәт учреждениеһын яңыртыу күҙаллана, улар араһында күп өлөштө ауыл мәҙәниәт йорттары алып торасаҡ. Был, тәбиғи, ауыл халҡының мәҙәни тормошон йәнләндереүгә, яңы ижади башланғыстарға этәргес бирергә тейеш.
Ике балалар сәнғәт мәктәбенә, Ш.Хоҙайбирҙиндең йорт-музейына капиталь ремонт эшләү, 17 сәнғәт мәктәбен музыка ҡоралдары һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү планлаштырыла.
Бынан тыш, 14 ижади берләшмәгә 20 миллион һумдан ашыу ярҙам ҡаралған, 52 ауыл мәҙәниәт йорто - 100-шәр мең, уларҙа эшләгән 36 хеҙмәткәр 50-шәр мең һум ярҙам аласаҡ. "Ижади кешеләр" проектына ярашлы, бер меңдән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәре федераль үҙәктәрҙә һөнәри оҫталыҡ кимәлен күтәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Милли проект ярҙамында башҡарылған ыңғай эштәр мәҙәниәт өлкәһендәге матур үҙгәрештәрҙе күрһәтмәй ҡалмай. Әйтәйек, матди ярҙам мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең ниндәй ҙә булһа ижади проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Айырым атап кителгән бихисап күркәм эштәрҙән тыш, кино залдарын модернизациялау, юғары баһалы китаптарҙы һанлы форматҡа күсереү эше лә, модель китапханалар асыу, уларҙы заманса йыһазландырыу ҙа дауам итәсәк. Әйтәйек, яңыраҡ Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы китапханаһына интерактив глобус һатып алынған (һүрәттә). Был заманса ҡулланма ярҙамында китапханала ултырған көйө генә донъяның төрлө нөктәһенә сәйәхәт ҡылырға, Йыһан киңлектәре менән танышырға мөмкин. Интерактив глобус балаларға айырыуса ҡыҙыҡлы.
Бөтә был матди булышлыҡ сараларының мәҙәниәт учреждениелары, ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең эшенә үҫеш биреүе шикһеҙ. Был, үҙ сиратында, халыҡтың мәҙәни тормошон йәнлерәк итеүгә, ҡыҙыҡһындырырға, ижади мөмкинлектәрен бойомға ашырырға ярҙам ҡыласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.