Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Февраль 2022, 17:15

Юлдағылар юлда булһын өсөн

Төҙөлөш миҙгеле башланыуға күп тә ҡалманы, ҡайҙа һәм күпме юл һалынасаҡ быйыл республикала, уңышлы эшләү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырыла?

Юлдағылар юлда булһын өсөн
Юлдағылар юлда булһын өсөн

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда автомобиль юлдары һалыу һәм ремонтлау эше бермә-бер әүҙемләште. Иҡтисадтың үҫешенә төп йоғонто яһаған тармаҡтарҙың береһе булыуын иҫәпкә алғанда, был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыуҙың үтә мөһим икәнлеге аңлашыла. Төҙөлөш миҙгеле башланыуға күп тә ҡалманы, ҡайҙа һәм күпме юл һалынасаҡ быйыл республикала, уңышлы эшләү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырыла?

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проект илдең бөтә суьъекттарын тиерлек солғап алған – унда 84 төбәк һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Эште федераль ҡаҙна ла, төбәктәр бюджеты ла финанслай.

Быйылғы мөһим участкаларҙың береһе – Благовещен ҡалаһынан Павловка ҡасабаһына тиклемге юл. Был юлда ремонт эштәре бер юлы ике урында башланырға тейеш. Павловка һыу һаҡлағысында күп шифаханалар, ял урындары, балалар өсөн һауыҡтырыу урындары булыуы ошо маршруттан файҙаланырға теләгәндәрҙең күп булыуына килтерә. Көндәр йылытыу менән Өфө районындағы “Йоматау”  шифаханаһы менән Өптино ауылы араһындағы юл да тәртипкә килтерелә башлаясаҡ. Ни өсөн көндәр йылытҡас башланыры һис сер түгел – һыуыҡ асфальтҡа ҡатнашмалар һалыуҙың юл сифатына кире йоғонто яһауын һуңғы йылдарҙа йыш күрҙек бит. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, хәҙер асфальт түшәү көн температураһ плюсҡа күскәс кенә башлана. Был юл сифатына ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә ҡаҙна сығымдарын да экономиялай.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты иң эре ҡала агломерацияларының муниципаль һәм автомобиль юлдары үҫешен һәм норматив транспорт-эксплуатация хәленә килтереү программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. Әлбиттә, беҙҙең осраҡта был тәүге сиратта Өфө ҡалаһына ҡағыла. Өфө хакимиәте тарафынан юлдарҙы йүнәтеү буйынса электрон карта эшләнелде. Һуңынан ул “Яндекс” компанияһы менән килешеү нигеҙендә “Яндекс-тығындар” системаһы менән бер бөтөнгә берләштерелде. Юлдарҙы йүнәтеү картаһында ремонтҡа дусар ителгән урындар билдәләнә, объекттың паспорты, подрядчигы, ремонтлау ваҡыты күрһәтелә, шулай уҡ үҙ мәлендә Өфө юлдарында хәрәкәттең ябылыуы йәки сикләнеүе тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.

Күпселек эш, әлбиттә, юл селтәре киң үҫешкән Өфө ҡалаһында башҡарыла. Улар иҫәбендә ҡаланың “Инорс, биҫтәһендәге Валерий Лесунов урамындағы юл-ремонтлау эштәрен күрһәтергә мөмкин.   “Еңеү урамдары” проектына ярашлы, исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде.  . Программала билдәләнгәнсә, юл киңәйтелде, яңы асфальт һалынды, машиналар үтеү өсөн иркен урын булдырылды. Велосипедта йөрөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнде. Уның киңлеге алты метр тәшкил итә.Был урамда урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙа йәш ғаиләләр һаны  бихисап. Күптәр, бигерәк тә, тротуарҙың киңәйтелеүенә ҡыуана. Киләсәктә балалар менән коляскала  саф һауала йөрөүе уңайлы буласаҡ, ти улар. Былтыр баш ҡалала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары»  милли проект буйынса 22 участка ремонтланған.  

Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек,  юл хужалығында ла заманса тезхнологиялар индерелә бара. Башҡортостандың айырым юлдар участкаларында инновация технологиялары ла ҡулланыла. “Өфө - Аэропорт” автомобиль юлында (7,5 километр, Салауат Юлаев проспектында (120 метр) юл ҡатламының өҫкө өлөшө күләмле проектлау ысулы менән түшәлде. Урам-юл селтәренең башҡа өлөштәрендә өҫкө өлөштө түшәгәндә полимер-битум беркеткесе, һәм шулай уҡ атылған тау ҡатламдары ватығы ҡулланылды.

Юл буйы сервисын үҫтереү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

 – Был мәсьәлә менән күптәнән шөғөлләнәбеҙ. Беҙ системалы эш итәбеҙ, норматив-хоҡуҡи база ла булдырылды, – тигәйне күптән түгелге кәңәшмәләрҙең береһендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Быйыл эштең һөҙөмтәһен күрергә тейешбеҙ, республика халҡы һәм ситтән килгәндәр беҙҙең юлдарҙағы уңайлылыҡты тойорлоҡ булһын.

Әлеге мәлдә юл буйы сервисы объекттарын булдырыу өсөн муниципаль берекмәләр хакимиәттәренән 664 ер участкаһы бүлеү буйынса тәҡдимдәр килгән. Экспертиза һөҙөмтәһендә шуларҙан 217 участка генераль схемаға индерелгән дә инде. Был ер майҙандары буйынса мәғлүмәт Башҡортостандың Инвестиция порталында урынлаштырыла.

Башҡортостанда 2024 йыл аҙағына тиклем Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларындағы юл селтәренең - 85, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың 56,5 процентын норматив торошҡа еткерергә ниәтләйҙәр. Иң ҙур маҡсаттарҙың береһе - республикала юл-транспорт фажиғәләренең һанын кәметеү. Ә был, тәбиғи, юлдарҙың торошона ла бәйле.

Александр БУЛУШЕВ, республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры:

– Юл һалыу һәм ремонтлауҙа беҙ туристик урындарға илткән юлдарға иғтибарҙы арттыра барабыҙ, сөнки уларҙы ремонтлау беҙҙең төбәкте үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө эштәрҙең береһе булып тора. Беҙ ошондай юлдарҙың ҡайһы береһен былтыр уҡ норматив хәлгә килтерә башлағайныҡ, был эш ағымдағы йылда ла дауам итәсәк. Шуныһы беҙҙең өсөн мөһим – республика халҡы, шулай уҡ ситтән килгәндәр үҙҙәренә оҡшаған тәбиғәт мөйөштәренә хәүефһеҙ һәм уңайлы барып етә алһын.

Фото: bashinform.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: