Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль 2022, 15:30

Байыштар ҡыуанысы

Ауыл халҡының һаулығы һағында ете йыл торған фельдшер Сажиҙә Назарова сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттарҙың ни тиклем мөһим булыуын белдерҙе.

Байыштар ҡыуанысы
Байыштар ҡыуанысы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Ейәнсура районының Байыш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы медицина учреждениеһын асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Денис Ғәбәүетдинов килде.

–Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы бында йәшәгән халыҡ өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Ул ауылдың артабанғы тормошона, йәшәү сифатына һиҙелерлек йоғонто яһаясаҡ, – тине сығышында Денис Ғәбәүетдинов.

 Байыш фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдың 438 кешеһен хеҙмәтләндерә. Халыҡ һаулығы һағында ете йыл торған фельдшер Сажиҙә Назарова сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттарҙың ни тиклем мөһим булыуын белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: