“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы яңы күп функциялы “УЗИ-Электрон” ультратауыш аппараты алды.
Был заманса ҡорамал абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшереүҙәрен үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, педиатрия, неонатология, акушерлыҡ һәм гинекология, башҡа медицина өлкәләрендә уңышлы файҙаланыла. Ультратауыш диагностикаһы табибы Айгөл Моратшина яңы ҡорамалда эшләү буйынса инструктаж үткән. Уның әйтеүенсә, яңы аппарат теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә, эштең тәьҫирлеген арттыра.
–Сирҙе еңеү өсөн уны ваҡытында дөрөҫ диагнозлау мөһим. Шуға күрә дауахананың заманса алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы яҡшы күренеш. Яңы ҡорамал диагностика үткәреү ваҡытын ҡыҫҡарта, пациентҡа медицина ярҙамын юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә, – тине Стәрлебаш дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.