Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль 2022, 14:30

"Экспорт форсажы" программаһы старт алды

Программала республиканан бөтәһе 15 компания ҡатнаша, төп йүнәлештәр: ағас материалдар, йорттар, йыһаздар.

"Экспорт форсажы" программаһы старт алды
"Экспорт форсажы" программаһы старт алды

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбе әҙерләгән “Урман етештереү комплексы” йүнәлеше буйынса “Экспорт форсажы” күп тармаҡлы акселерация программаһын ебәреү буйынса мәғлүмәт сараһы ойошторолдо.

– Яңы экспортҡа йүнәлтелгән ойошмаларҙы эҙләү һәм уларҙы тышҡы баҙарға сығарыу – Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының, шулай уҡ Экспортҡа ярҙам үҙәгенең тәү бурыстарының береһе. Шуға ла беҙ предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен ғәмәлгә ашырыу һәм сит ил баҙарын һайлауҙан алып, уңайлы логистика маршрутын, хәүефте, сығымдарҙы кәметеүҙе иҫәпкә алыуға тиклем экспорт проектын структуралаштырыу акселерация программаһын үткәреүҙә мөһим ҡеүәтте күрәбеҙ, – тип Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Программала республиканан бөтәһе 15 компания ҡатнаша, төп йүнәлештәр: ағас материалдар, йорттар, йыһаздар. Программала ҡатнашыу маҡсаты – акселерация программаһында ҡатнашыусы компаниялар эшселәрен уҡытыу башланғандан алып, 12 ай дауамында, яңы тышҡы сауҙа контракттарын төҙөү. Программала ҡатнашыусы компанияларға һигеҙ белем алыу модулен үтергә тура киләсәк, ошо ваҡытта улар был тармаҡҡа хас экспорт эшмәкәрлегенең барлыҡ аспекттарын өйрәнергә тейеш.

Компаниялар остаздар булышлығында эшләйәсәк, улар ярҙамында баҙар һайлау, сығанаҡтарҙы һөҙөмтәле планлаштырыу, һатып алыусыны эҙләү һәм экспортҡа сығыу пландарын төҙөү өсөн кәрәкле саралар күреләсәк.

Компанияларға бындай ярҙам күрһәтеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”  милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Әлеге ваҡытта уҡыуҙа “Уфамебель”, “Велес”, “Ураллесэкспорт”, “Профлес”, “Мебельный двор” (“Милана” мебель фабрика), “Уфастройснаб”, “Мәсетле Урман”, “Артифекс”, “Элит и Ко”, “Транс Терминал Лес”, “Содружество Урал”, “Альпийский”, “Амик”, “Южуралгрупп”, “Өфө тара компанияһы” яуаплылыҡтары сикләнгән йәмғиәттәр ҡатнаша.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: