Туймазы районының Йәрмөхәмәт һәм Алексеевка ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө. Биналарға электр, һыу үткәрелгән, ҡорамалдарҙың бер өлөшө ҡайтарылған.
Элек Алексеевкала фельдшер-акушерлыҡ пункты булмағанлыҡтан, ауыл халҡы күрше Имән-Күпер ауылындағы пунктҡа теркәлгәйне. Фельдшер Илмира Вәлиеваның тырышлығына ҡарамаҫтан, бинаның авария хәлендә булыуы медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын түбәнәйткән. Халыҡтың үтенесе буйынса, ауыл депутаттары республика етәксеһенә яңы медицина пункты төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Бына хәҙер яңы пункт әҙер! Бында Имән-Күпер һәм Алексеевка ауылдарында йәшәгән 200 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Ҡаланан илле километр тирәһе алыҫлыҡта ятҡан ауылдар өсөн был айырыуса мөһим. Яңыраҡ әүҙемселәр өмә үткәреп, яңы пункттың эсен, биләмәне таҙартты, тәртипкә килтерҙе.
“Иҫке бинала 15 йыл буйы санитарка булып эшләнем, – ти Римма Муллағәлиева. – Уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын аласаҡ ауылдаштарым өсөн һөйөнәм. Был эшкә көс һалған етәкселәрҙең һәр береһенә рәхмәт!”
Йәрмөхәмәт ауылы фельдшеры Эльвира Нәғимова утыҙ йыл инде ошонда эшләй. Ул заманса уңайлыҡтар, ҡайнар һыу булыуына ифрат шат. Яңы модулле пункт Йәрмөхәмәт ауылынан тыш, Ҡаран-Йылға ауылы һәм разъезд халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Был 500-ҙән ашыу кеше тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.