Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство, шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығы, республикалағы өс агросәнәғәт комплексы предприятиеһы – Калинин исемендәге аграр предприятие, “А7 АГРО-БР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы һанлы үҙгәрештәр өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ предприятиеларға консультация, ойоштороу, мәғлүмәти-аналитик һәм методологик ярҙам күрһәтеүҙе билдәләй. Мәғлүм булыуынса, 15 февралдә “Стар Нафта”, “Восход-СИ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм Ш.М. Хәбибрахмановтың кәрҫтиән (фермер) хужалығы ошондай уҡ килешеү төҙөгәйне.
– Тармаҡ флагманы булған ауыл хужалығы предприятиеларының тәүгеләрҙән булып документҡа ҡул ҡуйыуы ғәжәп түгел, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Улар агросәнәғәт комплексында өр-яңы технологияларҙы үҙләштерә һәм ғәмәлгә индерә белеүҙәрен эш менән раҫланы. Һанлы үҙгәрештәр өлкәһендәге уларҙың тәжрибәһен киләсәктә агросәнәғәт комплексының бөтә предприятиеларында ҡыйыу таратырға мөмкин.
Бындай хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) “Һанлы технологиялар” программаһы нигеҙендә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараларында уңышлы ҡатнашыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеү төҙөгән яҡтар, берлектәге эш предприятиеларҙың ойоштороу һәм етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыр, республика етештереүселәренә яңы технологик кимәлгә сығырға ярҙам итер, бизнес өсөн перспективаларҙы киңәйтер, тигән ышаныс белдерҙе.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/433101/